Гүмер юлы һикәлтәле икән
Ауыр икән кай сак көнкүреш
Ә шулай за бирешмәйек әле
Күңелеңде һаҡла саф килеш
Диңгеззәге елкән кеүек күңел
Кага-һуга уны ел дауыл
Таза килеш һаклап ҡалыузары
Ауыр икән дустар, бик ауыр
Тауза үскән яңгыз кайын кеүек
Күңелемдең моңһоу саҡтары
Ел-ямгырзар бик йыш булып тора
Тамырзарзы бер саҡ актарыр
Тәрән күлдәй кеше күңелдәре
Сөңгөлдәрҙә уның серзәре
Тыныс кына ятҡан күлдәрзең дә
Булып ала төрлө мәлдәре