Текст песни Фидан Гафаров — Туҡтап ҡалды атым, сапманы

image_pdfimage_print

Туҡтап ҡалды атым, сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.

Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Оҙаҡ торҙо атым, сапманы.

Оҙаҡ торҙо атым, сапманы,
Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы.

Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы,
Сихри шампандарҙы атманы.
Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы,
Сихри шампандарҙы атманы.
Туҡтап ҡалды атым, сапманы.

Оҙаҡ торҙо атым, сапманы,
Хәле бөтөп миңә ҡараны.

Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы,
Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны.
Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы,
Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны.
Оҙаҡ торҙо-торҙо,
Cапманы.

Оҙаҡ торҙо атым, сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.

Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы.
Туҡтап ҡалды атым, сапманы.
Оҙаҡ торҙо атым, сапманы.

Оцените текст
( Пока оценок нет )

На данной странице вы найдете слова и текст песни Фидан Гафаров — Туҡтап ҡалды атым, сапманы. Здесь можно прочитать, а также скачать текст песни и распечатать его.

Поделитесь с друзьями
text-pesen.ru